МИЛЛИ ПРОЕКТ
30 Октябрь 2022, 06:09

Афарин, Ислам!

Петропавловка мәктәбе уҡыусыһы - Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры.

Афарин, Ислам!Афарин, Ислам!
Афарин, Ислам!

Асҡын районындағы Петропавловка ауылы мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Ислам Хөсәйеновты ҡотлайбыҙ – ул "Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында үткәрелгән мәктәп тыуған яҡты өйрәнеү буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһында өсөнсө урын яулаған.

Петропавловск мәктәбе уҡытыусыһы Зөһрә Ҡәҙимова етәкселегендә Ислам төбәк этабын үткән, унда хәрби тарих темаһы буйынса һорауҙарға яуап биргән һәм һөҙөмтәләр буйынса призер булған. Артабан Бөтә Рәсәй олимпиадаһының ситтән тороп ойошторолған этабына үткән, унда ла онлайн рәүештә һорауҙарға яуап биреп, һөҙөмтәләр буйынса төп этапҡа эләккән, был этап та шулай уҡ онлайн үткән. Артабан тест, предметтар атрибуцияһын үткән.

– Тикшеренеү эше өсөн теманы Мәскәү музейҙарының береһенең сайтында видеоконтентты ҡарап алырға кәрәк ине. Ул тап Мәскәүҙе обороналауға арналды, – тип һөйләй Зөһрә Хатам ҡыҙы. – Ислам тикшеренеү эшен “Мәскәүҙе яҡлаусы яҡташым” темаһы буйынса “Джаз” платформаһында яҡланы. Ул Асҡын ауылында йәшәгән, Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнашҡан Геннадий Семенович Балахнинға арналды.  Тикшеренеү эштәрен әҙерләүҙә Әнзирә Ғәниева ҙур ярҙам күрһәтте.

Мәктәп тыуған яҡты өйрәнеү буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы уҡыусылар өсөн иң ҡатмарлы тематик конкурс программаларына ҡарай. Олимпиада финалының программаһында киләһе конкурс эштәре ҡаралған: музейға экскурсиянан һуң бирелгән темаға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мини-тикшеренеү эшен яҙыу һәм уны яҡлау; туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү тарихы һәм теорияһы, тәҡдим ителгән номинациялар темалары буйынса тестар; матди мәҙәниәт ҡомартҡылары атрибуцияһы һәм тыуған яҡты өйрәнеү объектын тасуирлау.

Әйткәндәй, жюри Исламдың эшен үҙҙәренә ебәреүҙе һораған, сөнки ул урындағы материал менән бәйле һәм бөтәһенә лә бик оҡшаған.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Асҡын районы хакмиәте.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас