МИЛЛИ ПРОЕКТ
30 Октябрь 2022, 06:13

Аҡъярҙа медицина үҙәген төҙөү планлаштырыла

Был юлы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә өс йүнсел үҙ проекттарын тәҡдим итте

Аҡъярҙа медицина үҙәген төҙөү планлаштырылаАҡъярҙа медицина үҙәген төҙөү планлаштырыла
Аҡъярҙа медицина үҙәген төҙөү планлаштырыла

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышын үткәрҙе. Унда урындағы йүнселдәр үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итте.

Аҡъяр ауылында шәхси медицина үҙәген төҙөү проекты менән Айгөл Аҡҡужина таныштырҙы. Бинаны төҙөү өсөн проект инициаторы инженер коммуникацияларының һаҡ зонаһы сиктәрендә бина төҙөүгә рөхсәт һорай.

Алмаз Таһиров ғаилә бизнесын асыу буйынса проект менән таныштырҙы. Проекттың маҡсаты – Степной ауылында "Башҡорт" тоҡомло ат һатып алыуға бәйле инвестициялар йәлеп итеү. Йәш эшҡыуар  агросәнәғәт комплексы линияһы буйынса финанс ярҙамы һораған.

Өсөнсө проект Рөстәм Асҡаровтыҡы, ул йәмәғәт туҡланыуы буйынса үҙ эшен асырға йыйына. Бының өсөн уға  ер участкаһы һәм ҡуртымға киоск кәрәк.

Тикшереләсәк инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү буйынса аныҡ сроктар менән йөкләмәләр тейешле протокол менән нығытылған. Үҙ эшен асырға теләк белдергән йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк. Бизнес-проектты тикшергәндән һуң, хакимиәт башлығы белгестәргә уны тормошҡа ашырыу өсөн мәғлүмәт-консультация йәһәтенән ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 
 
 
Аҡъярҙа медицина үҙәген төҙөү планлаштырыла
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас