

Башҡортостандан дүрт туристик проект “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы ауыл һәм экологик туризмды үҫтереү буйынса ауыл башланғыстарына булышлыҡ итеүҙең Бөтә Рәсәй программаһында ҡатнашты.
Улар – “Мәғрур Ирәмәл”, “На свою долюшку в волюшку”, “Ерҙе әйләндерәбеҙ”, “Башҡортостан каникулы” проекттары. Авторҙар Башҡортостандың төрлө райондарындағы тәбиғәт ҡомартҡыларына үҙенсәлекле туристик маршруттар төҙөгән. Улар үҙ проекттарына туристарға башҡорт халҡының йолалары, мәҙәниәте тураһында һөйләһен өсөн ауыл халҡын йәлеп иткән.
Башҡортостанда туризмды үҫтереү проекттары “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли программаһының бер өлөшөнә әүерелде. Ул былтыр майҙа ғәмәлгә индерелгәйне. Программаның маҡсаты – илдә тулы туристик инфраструктура: танып белеү экскурсиялары, яңы экомаршруттар, йәштәр һәм балалар өсөн турҙар ойоштороу. Иң яҡшы проекттарҙы программа сайтында тауыш биреү юлы менән һайланылар.
Туризм өлкәһендәге Хөкүмәт премияһына дәғүә итеүгә быйыл бөтә Рәсәйҙән 130-ға яҡын ғариза теркәлгән. Был элгәре йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Еңеүселәр иҫәбенә “Рәсәйҙең гастрономик картаһы”, “Хыял сәйәхәттәре: һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн”, “Красная Поляна” курортын үҫтереү стратегияһын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу”, “Гранд Бурятия” ҡунаҡхана-туристик комплексы, “Ҡыш бабай менән Ҡар ҡыҙының резиденцияһы”ндағы “Мөғжизәләр урманы” интерактив туристик-күңел асыу паркы, “Рускеал экспресы” һәм башҡалар.
Тантанала Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко 2022 йылға туризм өлкәһендәге Хөкүмәт премияларын тапшырҙы. Вице-премьер Рәсәйҙә туризм тармағын үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн 10 туристик проект авторын бүләкләне. Премия менән билдәләнгән һәр проект өсөн уның авторына йәки коллективына артабанғы үҫеш өсөн бер миллион һум аҡса түләнә.
Фото: ufaved.info