МИЛЛИ ПРОЕКТ
27 Октябрь 2022, 15:09

Суэц каналында ғәмәлгә ашырыла

Әле 60 төбәктә 400-ҙән ашыу парк иҫәпләнә  

Суэц каналында ғәмәлгә ашырылаСуэц каналында ғәмәлгә ашырыла
Суэц каналында ғәмәлгә ашырыла

Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнешәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова “Рәсәйҙә етештерелгән 2022” Халыҡ-ара экспорт форумында “Сәнәғәт кластеры сит илдә: Рәсәй экспортсылары өсөн яңы мөмкинлектәр” буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашты.

Сарала Рәсәй етештереүселәренә дуҫ илдәрҙә эшмәкәрлек алып барыу өсөн майҙансыҡтар, был биләмәләрҙә эшҡыуырлыҡҡа янаған хәүеф, экспортсыларға талап ителгән дәүләт ярҙамдары, яңы шарттарҙа Рәсәй етештереүселәре өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу һәм башҡа тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеккә ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды.

– Илдә 15 йыл дауамында индустриаль парктар һәм технопарктар әүҙем булдырыла, ошо ваҡытта улар яңы производстволарҙы локалләштереү һәм урынлаштырыу буйынса төп форматына әйләнде. Әле 60 төбәктә 400-ҙән ашыу парк иҫәпләнә. Рәсәйҙә сәнәғәт инфраструктураһы буйынса бик етди компетенция булдырылған тип, ышаныслы һөйләргә була. Рәсәйҙең идара итеүсе компанияларының хеҙмәттәренә төбәктә генә түгел, ә сит илдә ихтыяж ҙур. Мәҫәлән, Рәсәй сәнәғәт зонаһы проекты Суэц каналында ғәмәлгә ашырыла, Үзбәкстанда индустриаль парк асылған, – тип билдәләне Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Халыҡ-ара кооперация һәм тышҡы бәйләнештәр өлкәһендә лицензиялау департаменты директоры Роман Чекушов.   

Был эшмәкәрлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара коопераиця һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы алып барыла.    

 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының рәсми сайтынан.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас