

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары, "Росагролизинг" дәүләт компанияһының льготалы программаларын файҙаланып, 418 берәмек техника һатып алған. Һатып алынған техниканың хаҡы 2,6 миллиард һумдан ашҡан. Сағыштырыу өсөн: 2021 йылда был сумма 2,1 миллиард һум тәшкил иткән, тип белдерҙеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
"Башҡортостан техниканы "Росагролизинг" программалары буйынса әүҙем һатып ала, - тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Икенсе йыл рәттән беҙ был күрһәткес буйынса илдең иң яҡшы дүрт төбәге иҫәбендә. Компанияның льготалы программалары - бер тапҡыр бирелә торған минималь сығымдар менән ауыл хужалығы предприятиеларының техник паркын яңыртыуҙың яҡшы ҡоралы".
"Росагролизинг" льготалы лизинг шарттарында ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин итеү буйынса "Раннее бронирование 2022" акцияһын яңынан башлап ебәрҙе. Төп өҫтөнлөктәр иҫәбендә - аванс түләү - 0% алып, уңайлы түләү графигын һайлау мөмкинлеге ҡиммәтләнеү - 3% алып, лизинг срогы - 8 йылға тиклем, шулай уҡ төп бурыс буйынса түләүҙе кисектереү - 2023 йылдың 1 сентябренә тиклем. Акцияла "Ростсельмаш", "Брянсксельмаш", "Гомсельмаш", "Петербург трактор заводы" һәм башҡа ҙур комбайн заводтары ҡатнаша.
Фото: Башҡортостан хөкүмәте сайты.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан