МИЛЛИ ПРОЕКТ
16 Октябрь 2022, 04:08

Хәйбулла йүнселдәре ниндәй проекттар тәҡдим итә?

Был юлы төбәктәге эшҡыуарҙар Рәмил Билалов һәм Виталий Зевакин үҙ проекттарын тәҡдим итте

Хәйбулла йүнселдәре ниндәй проекттар тәҡдим итә?Хәйбулла йүнселдәре ниндәй проекттар тәҡдим итә?
Хәйбулла йүнселдәре ниндәй проекттар тәҡдим итә?

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматында сираттағы кәңәшмәһен үткәрҙе. Был юлы төбәктәге эшҡыуарҙар Рәмил Билалов һәм Виталий Зевакин үҙ проекттарын тәҡдим итте.

Виталий Зевакин шәхси ярҙамсы хужалыҡ менән шөғөлләнә һәм артабанауыл хужалығы өлкәһендә шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә теләй.

"Балта" коворкинг үҙәге етәксеһе Рәмил Билалов сығымдарҙы ҡаплау һәм газ үткәреүгә булышлыҡ итеү буйынса мәсьәлә менән мөрәжәғәт иткән.

 "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашыусыларға был инвестиция проектына дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары буйынса тәҡдимдәр эшкәртеү бурысы йөкмәтелде.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү"(национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хәйбулла йүнселдәре ниндәй проекттар тәҡдим итә?
Хәйбулла йүнселдәре ниндәй проекттар тәҡдим итә?
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас