

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы тарафынан инвесторҙарға өлкәндәр өсөн пансионаттар асыу өсөн ике яңы бизнес-тәҡдим эшләнде.
20 эш урынлыҡ пансионат Дыуан районында урынлашасаҡ. Бының өсөн 30 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Икенсе пансионат өсөн Кумертау ҡалаһында ике майҙансыҡ һайланды. Уның бюджеты 120 миллион һум тәшкил итә һәм 40 эш урыны булдырыласаҡ.
Социаль учреждениелар "Демография" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: ирекле сығанаҡтарҙан.
#нацпроекты #национальныепроекты #нацпроектыБашкортостана #регпроекты #региональныепроекты