МИЛЛИ ПРОЕКТ
13 Октябрь 2022, 06:08

Республика автомобиль юлдарын төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсаның 78 процентын үҙләштергән

Республикала "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән аҡсаның 78 проценттан ашыуы үҙләштерелгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Республика автомобиль юлдарын төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсаның 78 процентын үҙләштергәнРеспублика автомобиль юлдарын төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсаның 78 процентын үҙләштергән
Республика автомобиль юлдарын төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсаның 78 процентын үҙләштергән

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков һүҙҙәренсә, хәҙер республикала юл эштәре миҙгеле әүҙем, уларҙың төп күләмен ағымдағы йылдың дүртенсе кварталы башында тамамлау күҙаллана.

Спикер билдәләүенсә, быйыл республиканың юлдар төҙөү өсөн федераль ҡаҙнанан 6,2 миллиард һумдан ашыу аҡса алыуы ҡаралған, шуның 3,6 миллиард һумдан ашыуы - Хәүефһеҙ сифатлы юлдарға.

Милли проект сиктәрендә ошо аҡсаға ике йөҙ саҡрымдан ашыу төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы автомобиль юлдары, шулай уҡ дөйөм оҙонлоғо 455 метрлыҡ туғыҙ күпер норматив хәлгә килтереләсәк.

Йыл башынан төбәктәр касса аҡсаһының 90 проценттан ашыуын үҙләштергән, ул хәүефһеҙ сифатлы юлдарға бүленгән, был 248,5 миллиард һум тәшкил итә. Ошо хаҡта мәғлүмәт менән Мәскәүҙәге коллегияла Федераль юл агентлығының Төбәктәр үҫеше һәм милли проектты тормошҡа ашырыу идаралығы етәксеһе Радик Фәразетдинов сығыш яһаны. Ул урындарҙа финанс дисциплинаһының ыңғай үҫешен билдәләне. Һәм средстволар үҙләштерелмәй ҡалған хәлдәргә юл ҡуймау өсөн төбәктәрҙә башҡарылған эштәрҙе ҡабул итеүҙе икенсе төрлө ойошторорға кәрәклеген билдәләне.

Уҙған өс йылда хәүефһеҙ сифатлы юлдар милли проектын тормошҡа ашырыуға Башҡортостанда бөтәһе 19,5 миллиард, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан ете миллиард һум бүленгән. Был аҡсаға 1 151 саҡрым автомобиль юлы норматив хәлгә килтерелде.

#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана

Автор:Айнур Акилов
Автор:
Читайте нас