Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
4 Октябрь 2022, 22:25

Хәйбулла районында яңы сауҙа үҙәге

Уны йәш эшҡыуар төҙөргә планлаштыра

Хәйбулла районында яңы сауҙа үҙәге
Хәйбулла районында яңы сауҙа үҙәге

Аҙна һайын муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов етәкселегендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы эшҡыуарлыҡ буйынса координацион совет ултырышы районда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Аҡъярҙа тиҙҙән яңы сауҙа үҙәге барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был турала эшҡыуарлыҡ сәғәте барышында Роман Зәйҙуллин белдерҙе. Йәш эшҡыуар территорияһы  төҙөкләндерелгән, машиналар өсөн туҡталҡа зонаһы, балалар уйын майҙансығы  булған 1000 квадрат метр майҙанды биләгән сауҙа үҙәге төҙөргә планлаштыра. Тимәк, балалар уйнаған ваҡытта, уларҙың ата-әсәләре тыныс ҡына әйберҙәр һатып ала ала. Сауҙа үҙәгендә бер нисә федераль селтәрҙәр, урындағы эшҡыуарҙар урынлашасаҡ. Бынан тыш, өҫтәмә эш урындары ла булдырыласаҡ.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһендә эшҡыуар һораған дәүләт ярҙамы—төҙөлөшкә рөхсәт алыу һәм инженер коммуникацияларын үткәреү.

Һөҙөмтәлә, ошо инвестиция проектына дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса варианттар өҫтөндә эшләү тәҡдим ителде.

 

автор: Женя Стрелецкая

фото: proural.info

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: