Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
3 Октябрь 2022, 16:37

Республикала милли проект хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға мөмкинлек бирҙе

Республикала милли проект хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға мөмкинлек бирҙе

Республикала милли проект хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға мөмкинлек бирҙе
Республикала милли проект хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға мөмкинлек бирҙе

"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә Урал пружина заводы цехтарҙың береһендә етештереүсәнлекте 21 процентҡа арттырған, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

"Урал пружина заводы" Белоретта урынлашҡан. Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары предприятиеның пилот цехы хеҙмәткәрҙәренә төрлө күрһәткестәр буйынса үҫеште тотҡарлаған бер төркөм проблемаларҙы асыҡларға ярҙам итте: цех эсендә транспортировкалауға ҙур ресурстар сығымы асыҡланды; шымартыу ҡорамалдарының техник проблемалары, производствоның төрлө номенклатураһындағы производство ағымының киҫешеүҙәре асыҡланды; өҫтәмә төрөү һәм производство менән идара итеүҙе ойоштороу юғалтыуҙары асыҡланды.

Яңы система индерелгәндән һуң бында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыуға йомғаҡ яһалды. Милли проектта ҡатнашыу Белорет халҡына процестың үтеү ваҡытын 56 процентҡа кәметергә, ағымдың запасын яртылаш кәметергә һәм дөйөм алғанда айына цех буйынса табышты 35 процентҡа арттырырға ярҙам иткән. Артабан был тәжрибәне автомобиль пружиналары участкаһында һәм рессор етештереү цехында таратыу планлаштырыла.

Предприятиела билдәләүҙәренсә, улар кәрәкле тәжрибә алған. «Ауыр булды, әммә команда лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтте», - тип иҫәпләй "Урал пружина заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Денис Лоҡманов.

- "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә Белорет предприятиеһы төрлө күрһәткестәр буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә алды, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. - Продукция етештереү айына 120 процентҡа артҡан, ә уны һатыуҙан алынған табыш 140 процентҡа артҡан. Милли проектта ҡатнашыусы башҡа предприятиелар ҙа төрлө өлкәләрҙә ошондай һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, президент Владимир Путин тәҡдим иткән «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты маҡсаттарының береһе булып иҡтисадтың төп сеймал булмаған тармағының урта һәм ҙур предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына кәмендә биш процентҡа арттырыу тора.

Фото: https://www.bashkortostan.ru

#миллипроект #нацпроекты #нацпроектыБашкортостана #регпроекты #региональныепроекты

Автор:Айнур Акилов.
Автор:
Читайте нас: