Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм статс-секретарь – Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Алексей Херсонцев беҙҙәге Республикаға идара итеү үҙәгендә булды.
Билдәле булыуынса, әле VII дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күп функциялы үҙәктәренең Бөтә Рәсәй форумы бара.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, бөгөн һанлы киләсәк өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыла, күп функциялы үҙәктәрҙең хеҙмәткәрҙәре ошо эштең башында тора. Маҡсат – был тәңгәлдә Башҡортостанды иң алдынғы төбәккә әйләндереү.
"Шуны беләбеҙ: күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре граждандар менән эшләгәндә һәр саҡ алда, уларҙың шат, яҡты йөҙөнә күп нәмә бәйле", – тине Андрей Назаров.
Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Алексей Херсонцев Башҡортостандағы күп функциялы үҙәктәрҙең эшенә юғары баһа бирҙе.
Фото: республика Хөкүмәте.