Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
1 Октябрь 2022, 14:29

“Көсөбөҙ – халҡыбыҙҙа”

2022 йылдың 30 сентябре Рәсәйҙең яңы тарихына инде.

“Көсөбөҙ – халҡыбыҙҙа”
“Көсөбөҙ – халҡыбыҙҙа”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.

“Һайлау яһалды. 2022 йылдың 30 сентябре Рәсәйҙең яңы тарихына инде. Илебеҙ ҙурыраҡҡа, нығыраҡҡа, берҙәмерәккә әйләнде. Президентыбыҙҙың ғәйәт ҡатмарлы геосәйәси баҫым шарттарында төрлө һынылышлы осорҙар һәм барыбыҙға билдәле сәбәптәр арҡаһында башҡа дәүләт ҡарамағында йәшәргә мәжбүр булған биләмәләрҙе Рәсәй составына алыу тураһында ҡарар ҡабул итеүе менән ғорурланабыҙ.

Украиндар һәр ваҡыт беҙҙең туғандаш халыҡ булды һәм булып ҡала – мин  тыныслыҡта һәм берҙәмлектә йәшәргә теләүселәр тураһында әйтәм. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡа төрлөләр ҙә бар: йорттарҙы һәм мәктәптәрҙе емереү тураһында бойороҡ биреүселәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы ҡулланып, пулянан ышыҡланыусылар. Ҡарттарҙы йорт-ерһеҙ итеүселәр. Махсус хәрби операция тап шуларға ҡаршы йүнәлтелгән, һәм беҙ уны аҙаҡҡаса алып барып еткерәсәкбеҙ.

Шуныһы ҡыҙыҡ: бөтә Көнсығыш донъяһы барлыҡ эштәрен онотоп, Кремлдән барған трансляцияны ҡараны. Америка дәүләт секретарының командаһы телмәр яҙырға ла иренмәне һәм түбәндәге белдереүҙе яһаны: “Украинаның Рәсәй составына ингән биләмәләрҙе кире ҡайтарыуға бөтә хоҡуғы ла бар” – Дәүләт департаменты башлығы тап шулай тине. Тимәк, ысынбарлыҡта бының беҙҙең биләмә булыуын Америка таныны. Шуға күрә диалогты ла икенсе шарттарҙа алып барасаҡбыҙ.

Еңел булмаясаҡ. Әммә беҙгә өйрәнәһе түгел. Рәсәй бик күп яуҙар аша үтте, шул уҡ ваҡытта уларҙың береһен дә башламаны. Ҡаршы торорға беҙҙең берҙәмлек ярҙам итә. Беҙҙең көсөбөҙ – халҡыбыҙҙа һәм уның тоғро йөрәгендә.

Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр рәтендә тотош ил тора: беҙҙең ирекле отрядтар, беҙҙең Башҡортостан егеттәре... һәм дүрт яңы субъект", - тип яҙҙы Андрей Назаров. 

Фото: atalayar.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас: