Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
1 Октябрь 2022, 14:42

Ете мең тирәһе шылтыратыу булған

 Лилиана Дауытова әйтеүенсә, шылтыратыусылар төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә.

Ете мең тирәһе шылтыратыу булған
Ете мең тирәһе шылтыратыу булған

Башҡортостандың Ситуация үҙәге операторҙары өлөшләтә мобилизация тураһында ете мең тирәһе шылтыратыу ҡабул иткән.

Башҡортостан дәүләт медицина университеты доценты, Башҡортостандың Ситуация үҙәге эксперты Лилиана Дауытова әйтеүенсә, шылтыратыусылар төрлө һорау менән мөрәжәғәт итә. "Башта кемдең өлөшләтә мобилизацияға эләгеүен белергә теләһәләр, хәҙер уларҙың ҡатындары ниндәй сире булған осраҡта хеҙмәттән кисектерелеү мөмкинлеге тураһында һораша, – ти Лилиана Дауытова. – Шулай уҡ ипотека һәм кредит менән бәйле мөрәжәғәттәр ҙә күп. Эшҡыуарҙар, фермерҙар хеҙмәткәрҙәренә бронь алып булыу-булмау хаҡында белешә".

Бынан тыш, мобилизацияға эләккән граждандарҙың (әҙерлек үҙәктәгендәгеләр) артабанғы хәлен белешә яҡындары. Улар беҙҙең республика сиген үткәс тә бүтән яуаплы кешеләрҙең ҡарамағына алына. Эксперт төркөмө белгестәре Волга буйы хәрби округының штабы менән тығыҙ хеҙмәтәшлек итә.

Фото: https://chusokrug.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Автор:
Читайте нас: