Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
22 Сентябрь , 15:25

6 мең кешегә яңы юл асыла

Һөнәри компетенциялар алыу йәки квалификацияларын күтәреү мөмкинлеге бирелде уларға.

6 мең кешегә яңы юл асыла
6 мең кешегә яңы юл асыла

2022 йылдың 28 мартынан 15 сентябргә тиклем "Рәсәйҙә эш" һанлы платформа аша республика халҡынан Демография милли проекты сиктәрендә һөнәри белем алыуға 14,5 мең заявка килгән. Шуларҙың өстән бер өлөшө халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре аша хуплаған.
Проект бәләкәй балалары булған ҡатындарға, пенсия йәше алдында торғандарға, 35 йәшкә тиклемге айырым категория йәштәргә, эше булмағандарға һәм эштән китеү хәүефе янағандарға ярҙам итергә тейеш.
Әлеге ваҡытта 4 меңдән ашыу кеше уҡырға ебәрелгән.

Фото: рәсми порталдың төп сәхифәһе

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гульсина  Юсупова.
Автор:
Читайте нас в