Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
14 Сентябрь 2022, 16:36

Республика уҡыусылары рус теле һәм әҙәбиәте буйынса белемдәрен тикшерәсәк

1 - 9 класс уҡыусылары өсөн бушлай олимпиада Учи.ру онлайн-платформаһында үтә.

Республика уҡыусылары рус теле һәм әҙәбиәте буйынса белемдәрен тикшерәсәк
Республика уҡыусылары рус теле һәм әҙәбиәте буйынса белемдәрен тикшерәсәк

Унда 3 октябргә тиклем ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн платформала теркәлеп, шәхси кабинетҡа инеп, рус теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада һайлау ҙа етә.

Унда ҡатнашыусыларға семантика, морфология, лексика, фразеология, орфоэпия буйынса интерактив эштәрҙе, шулай уҡ әҙәби блокты башҡарырға тәҡдим ителә. Һуңғыһы әҙәби әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен һәм үҙенсәлектәрен, рус яҙыусыларының биографияларын белеүҙе күҙ уңында тота. Эштәрҙе уңышлы башҡарыу өсөн мәктәп программаһын тәрән белеү талап ителмәй.

Белемде үҙаллы, мәктәптә, моделле китапханаларҙа тикшерергә мөмкин. Йыйылған балдарға ҡарап, ҡатнашыусылар - еңеүсе дипломы, маҡтау грамотаһы йәки сертификат, ә уларҙың уҡытыусылары рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.

Олимпиада «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Ил президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проект мәҙәниәтте илебеҙҙә йәшәүсе һәр кеше өсөн асыҡ итеүгә йүнәлтелгән.   Был, атап әйткәндә, мәктәп уҡыусыларының рус теленә, әҙәбиәтенә, уҡыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн улар менән эшләүҙе, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүҙе, яңы быуын һәм милли моделле китапханаларҙың мөмкинлектәре менән танышыуҙы күҙ уңында тота.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов.
Автор:
Читайте нас: