Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
14 Сентябрь 2022, 14:52

Башҡортостанда 2022 йылда федераль трассаларҙы ремонтлауға һәм төҙөүгә 23 миллиард һум бүленгән

-

Башҡортостанда 2022 йылда федераль трассаларҙы ремонтлауға һәм төҙөүгә 23 миллиард һум бүленгән
Башҡортостанда 2022 йылда федераль трассаларҙы ремонтлауға һәм төҙөүгә 23 миллиард һум бүленгән

Башҡортостанда 2022 йылда федераль трассаларҙы ремонтлауға һәм төҙөүгә 23 миллиард һум бүленгән, был 2021 йылға ҡарағанда 167% күберәк. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгә Башҡортостанда федераль әһәмиәттәге 795 саҡрым юл бар. М-5 «Урал», М-7 «Волга», Р-240 Өфө — Ырымбур трассалары.

«Һуңғы йылдарҙа Федераль юл агентлығы менән берлектәге эш әүҙемләште. Маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы тулыһынса аңлайбыҙ. Был слайдта —Башҡортостанда юлдар һалыуға, төҙөкләндереүгә, шулай уҡ проект-эҙләнеү эштәренә федераль бюджеттан бүленгән аҡса. Ошо маҡсатҡа финанслау күләме йылдан-йыл арта. Алдағы йылдарҙа бының артыуына иҫәп тотабыҙ. Башҡортостанда федераль юлсыларҙың пландары ҙур, шул иҫәптән Ҡазан — Екатеринбург маршрутының бер өлөшө булырға тейешле автомобиль юлының участкаһын төҙөү», — тип пландары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров.

Был һандар артында — кешеләр яҙмышы, уларҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге, тип билдәләне ул. Федераль автомобиль юлдары идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, федераль трассаларҙа юл фажиғәләрендә һәләк булыусылар һаны  —55% кәмегән.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-09-14/na-remont-i-stroitelstvo-federalnyh-trass-v-bashkirii-v-2022-godu-vydeleno-23-mldrd-rubley-2948463

Фото:Валерий Шахов.

Автор:
Читайте нас: