МИЛЛИ ПРОЕКТ
14 Сентябрь 2022, 04:46

216 "Үҫеш нөктәһе" эшләй башланы

Улар ярҙамында ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа уҡыған балалар ҙа заманса технологиялар менән эшләргә өйрәнеү мөмкинлегенә эйә булды.

216 "Үҫеш нөктәһе" эшләй башланы216 "Үҫеш нөктәһе" эшләй башланы
216 "Үҫеш нөктәһе" эшләй башланы

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) "Заманса мәктәп" федераль проекты нигеҙендә кисә республиканың ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларында бөтәһе 216 "Үҫеш нөктәһе" үҙәге эшләй башланы.

- "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәктәрен ойоштороу - белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың барыһын да үҙ эсенә алған, уҡыусыларҙың ижади потенциалын үҫтереүгә булышлыҡ иткән, мәктәптәрҙең матди-техник базаһын яңыртыуҙы, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреүҙе тәьмин иткән иң сағыу сараларҙың береһе, - ти Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Республикала "Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында 598 мәғариф учреждениеһында "Үҫеш нөктәһе" һанлы тәбиғи-фәнни һәм гуманитар профилле үҙәктәр асылды, "Информатика", "Технология", "Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре", "Химия", "Биология", "Физика" предметтары буйынса уҡыу программаларын тормошҡа ашырыу өсөн матди-техник база яңыртылды.

"Үҫеш нөктәһе"ндә уҡыусылар яңы заманса компьютерҙарҙа, 3D-принтерҙарҙа эшләй, квадрокоптерҙар менән идара итә, виртуаль ысынбарлыҡтың шлемдарын үҙләштерә. Түңәрәктәрҙә һәм дәрестәрҙә уҡыусылар шахмат уйнарға өйрәнә, фотостудияларҙа шөғөлләнә, үҙҙәренең медиапродукттарын булдыра. 2022 йылда ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа 216 мәктәп яңы уҡыу йылы башына физика, химия, биология буйынса уҡыу ҡорамалдары комплекттарын алды: һанлы лабораториялар, лаборатория эштәре өсөн ҡорамалдар; химия буйынса Төп дәүләт имтиханы йыйылмалары, һанлы микроскоптар, шулай уҡ ноутбуктар һәм күп функциялы ҡоролмалар. "Үҫеш нөктәһе" үҙәктәре ярҙамында уҡыусылар ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа заманса технологиялар менән эшләргә өйрәнеү мөмкинлегенә эйә булды. Был үҙәктәр мәктәптәрҙең визит карточкаһына әүерелә. Яңы ҡорамалдар, логотиптар, ремонтланған кабинеттар - барыһы ла балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе ылыҡтыра, педагогтарҙы илһамландыра.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас