Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
13 Сентябрь 2022, 14:48

INVESTRB.RU порталында яңы сәхифә асалар

Ул үҙмәшғүлдәр өсөн электрон кәңәшсе буласаҡ.

INVESTRB.RU порталында яңы сәхифә асалар
INVESTRB.RU порталында яңы сәхифә асалар

Башҡортостандағы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың INVESTRB.RU инвестиция порталында үҙмәшғүлдәр сифатында теркәлгән кешеләр өсөн мәғлүмәттәр сәхифәһе асыла. Был турала министр урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов белдерҙе.

– Әле Инвестиция порталында айырым сәхифә булдырыу йәһәтенән эш алып барабыҙ. Ул интерактив элементтарҙы үҙ эсенә алған электрон кәңәшсене тәшкил итәсәк, – тине ул.

Динар Шәрәфетдинов әйтеүенсә, сәхифә сентябрь аҙағына әҙер буласаҡ. Унда үҙмәшғүл статусын алыуҙың өс алымы, аныҡ кәңәштәр бирелә, иҫәптән төшөү йәки статусты тергеҙеү өсөн тейешле ресурсҡа күсеү йәһәтенән ярҙам күрһәтелә. INVESTRB.RU ресурсында йүнселдәрҙең ошо категорияһы бөтә һорауҙарға яуап таба аласаҡ.

Мәғлүм булыуынса, онлайн-сервистарға булышлыҡ итеү дәүләт идараһын һанлаштырыу принциптарының береһен тәшкил итә һәм, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектына (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”) ярашлы, һанлы иҡтисадты үҫтереү йәһәтенән мотлаҡ шарттар иҫәбенә инә.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/481736/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/313059

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: