МИЛЛИ ПРОЕКТ
29 Август 2022, 11:56

Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылының Йәштәр урамында асфальт һалынды.

 Әйткәндәй, был асфальт район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың ауыл халҡына бүләге.

Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылының Йәштәр урамында асфальт һалынды.Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылының Йәштәр урамында асфальт һалынды.
Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылының Йәштәр урамында асфальт һалынды.

Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылының Йәштәр урамында асфальт һалынды.

"Элек урамдан техника үтһә саң туҙаны күтәрелә ине, ямғыр ваҡытында, яҙлы- көҙлө бысраҡ булды, хәҙер инде ялтырап ятҡан асфальттан ғына йөрөйәсәкбеҙ",- тип ҡыуанысын белдерә ауыл халҡы. Әйткәндәй, был асфальт район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың ауыл халҡына бүләге. "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашып еңеү яулауға өлгәшкән ауыл халҡына конкурс барышында уҡ ошо хаҡта хәбәр иткәйне ул. Конкурста еңгән дүрт миллион һум аҡсаны иһә ауыл халҡы хоккей коробкаһы, балалар майҙансығы, урам сәхнәһен төҙөүгә һәм башҡа төҙөкләндереү эштәренә йүнәлтергә ниәтләй.


Әйткәндәй, Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сентябрь айында шулай уҡ Оло Әбеш ауылы Вәлиди урамының 1-14 йорттарында йәшәуселәрҙе лә ҡыуаныслы ваҡиға көтә, сөнки Вәзәм ауылы яғына барған юлдың асфальт һалынмай ҡалған өлөшөнә лә асфальт һалынасаҡ.


#Айыҡауыл2021

 

Автор:
Читайте нас