МИЛЛИ ПРОЕКТ
25 Август 2022, 06:24

Башкортостанға туризмды үҫтереү өсөн 335 миллион һумдан ашыу грант бирелә

Федераль туризм агентлығы, конкурс нигеҙендә, 50-гә яҡын төбәкте һайлап алған

Башкортостанға туризмды үҫтереү өсөн 335 миллион һумдан ашыу грант биреләБашкортостанға туризмды үҫтереү өсөн 335 миллион һумдан ашыу грант бирелә
Башкортостанға туризмды үҫтереү өсөн 335 миллион һумдан ашыу грант бирелә

Федераль туризм агентлығы, конкурс нигеҙендә, 50-гә яҡын төбәкте һайлап алған. Уларға 2023 йылда туризм өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡса бүленә. Исемлеккә беҙҙең республика ла ингән. Федераль ярҙам “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты буйынса ҡарала. Тармаҡҡа республика ҡаҙнаһынан  да 7 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. “Киләһе йылда 70-тән ашыу проект тормошҡа ашырыла. Башҡортостан буйынса сәйәхәт итеү уңайлы һәм ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ”, - тип иҫәпләй Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Рәсәй гранттары өс йүнәлеш буйынса бүленә.

 

Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/183202

#нацпроекты #миллипроект

 
Автор:
Читайте нас