

Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә «Матрица» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең проекты ҡаралды.
Инициативалы төркөм вәкиле Рөстәм Туғыҙбаев бүлмәләрҙе йыһазландырыу һәм бинаны ремонтлау өсөн ҡорамалдар һатып алыуға бәйле сығымдарҙы ҡаплау өсөн инвестициялар йәлеп итеү буйынса пландары хаҡында хәбәр итте. Инвестициялар туристар, командировкалағы кешеләр ағымын арттырырға һәм өҫтәмә эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Инициативалы төркөм вәкилен ярҙам саралары һәм уларҙы алыу механизмдары тураһында һөйләнеләр.
Хәйбулла районы хакимиәте граждандарҙы, эшҡыуарҙарҙы, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашырға саҡыра. Ғаризалар 2-18-99, 2-12-35 телефондары буйынса ҡабул ителә.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
фото һәм мәғлүмәт:Хәйбулла районы хакимиәте.