

Рөстәм Динислам улы Бәйләнештә төркөмөндәге үҙ сәхифәһендә аҡъярҙарҙы борсоған көнүҙәк тема буйынса яҙҙы.
Район үҙәге йылдан-йыл ҙурая, һыу менән ҡулланыуға ихтияж арта, бигерәк тә йәйгеһен эҫе көндәрҙә был ныҡ һиҙелә. Ошоларҙы иҫәпкә алып һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән аҡса бүленде. Проектты тормошҡа ашыра башлағанда ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар булды, әммә бөгөн подрядсы әүҙем эш алып бара. Яңы проект буйынса Аҡъяр һыу һаҡлағысында 10-20 метр тәрәнлектә 7 скважина бырауланды. Тағы ла 4 километрға яҡын һыу үткәргес һуҙырға кәрәк. 1 мең м3 иҫәпләнгән тупланма резервуар урынлаштырыу өсөн участка билдәләү планлаштырыла.
Бынан тыш, дөйөм күләме 1 мең м3 булған иҫке системалы 2 резервуар эшләй. Шул рәүешле беҙ күләмде ике тапҡырға арттырабыҙ. Әгәр хәҙер һыу менән тәьмин итеү системаһының 6 насосы эшләһә, яңы система тоташтырылғандан һуң, тағы ла өҫтәмә 7 яңы насос буласаҡ һәм һыуҙы зарарһыҙландырыу өсөн ультрафиолет лампалар монтажлана.
Эштәрҙе тамамлағас, халыҡҡа етерлек күләмдә һыу биреләсәк, иң мөһиме, һыу сифаты ла норматив талаптарға яуап бирерлек булырға тейеш.