

Проект бәләкәй һәм урта предприятиеларға, шулай уҡ үҙенә эшләгән граждандарға льготалы шарттарҙа инвестицион һәм әйләнештәге кредит биреүҙе күҙ уңында тота. Әйләнештәге аҡсаны тулыландырыу һәм эшмәкәрлекте финанслау йәһәтенән бизнесты үҫтереүгә улар 500 мең һумға тиклем аҡса аласаҡ.
Аҡсаны ҡорамалдар һатып алыуға, производствоны яңыртыуға һәм уны ҡайтанан техник ҡоралландырыуға, биналар төҙөүгә һәм реконструкциялауға, инженер тикшеренеүҙәренә, проект документацияһын әҙерләүгә йүнәлтергә мөмкин. Кредиттар ярҙамында улар әйләнештәге аҡсаларын тулыландыра йәки элек алған кредиттарын рефинанслай ала.
Үҙмәшғүлдәргә ярҙам бизнес ойоштороуға һәм үҫтереүгә, шул иҫәптән, ваҡытында түләнмәгән бурысты ҡаплауҙан тыш, һалым һәм йыйымдар түләүгә бирелә.
Ярҙам «Бәләкәй һәм урта бизнес һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проектына ярашлы башҡарыла. Ил президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған милли проект эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә бизнесты үҫтереүҙә, шул иҫәптән льготалы шарттарҙа кредит биреү юлы менән мөмкин тиклем күберәк ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.
Фото: https://loon.site/
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан