МИЛЛИ ПРОЕКТ
21 Июня 2022, 10:11

Баймаҡ районын күреп ҡайттылар

Ололар өсөн бер көнлөк булһа ла, был турҙың программаһы бик йөкмәткеле булды

Баймаҡ районын күреп ҡайттыларБаймаҡ районын күреп ҡайттылар
Баймаҡ районын күреп ҡайттылар

“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Турзизм” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә,  Хәйбулла районынан 55 йәштән олораҡ туристар төркөмө Баймаҡ районына барып ҡайтты.

Бер көнлөк булһа ла, был турҙың программаһы бик йөкмәткеле булды. Экскурсия, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү, ғибәҙәт ҡылыуҙы үҙ эсенә алған сәйәхәт Урал аръяғында, Ирәндек тауҙары һырты тирәләй ойошторолдо. Оло быуын Баймаҡ районында билдәле ҡымыҙ эшләү фермаһы менән танышты, шишмәләр янында, Талҡаҫ күле, шифахана, Башҡортостандың беренсе башҡалаһында булды.

Был проект республикабыҙ территорияһында урынлашҡан туристик объекттарға бер көнлөк бушлай сәйәхәт ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Унда ҡатнашыусылар Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәт ынйылары, мәҙәни мираҫы менән танышып, тыуған яғыбыҙ тураһында күп мәғлүмәттәр белә ала.

https://vk.com/district_haibulla

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас