МИЛЛИ ПРОЕКТ
17 Июнь 2022, 05:37

Лайыҡлы награда

Өфөлә "Атайсал" һәм "Яҡташтар" проекты еңеүселәре билдәләнде. Улар араһында Хәйбулла районының почетлы гражданы, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова ла бар.

Лайыҡлы наградаЛайыҡлы награда
Лайыҡлы награда

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында тантаналы рәүештә “Яҡташтар”  һәм "Атайсал" проекттары сиктәрендә республика һәм тыуған төйәгенең ысын патриоттары, хөрмәтле һәм лайыҡлы граждандар бүләкләнеп, үҙҙәренең фиҙаҡәр эштәре менән халыҡ һөйөүен яулаған замандаштарыбыҙ билдәләнде. Шуныһы ҡыуаныслы: проект еңеүселәре араһында Хәйбулла районының почетлы гражданы, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары район советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова ла бар. Ул "Яҡташтар" проектының “Йәмәғәт эшмәкәрлеге” номинацияһында еңеп сыҡты.

  • Иң күп тауыш йыйып, "Яҡташтар" проекты сиктәрендә  номинация еңеүсеһе итеп билдәләндем. Әлбиттә, йәмәғәт эшмәкәрлегебеҙ ниндәйҙер баһа алыу өсөн түгел, ә оло быуынды социаль яҡлау, хәстәрләү, иғтибарҙан ситтә ҡалдырмау, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙҙәренә йомолоп, яңғыҙы ҡалмаһын өсөн төрлө сараларға йәлеп итеү маҡсатында алып барыла. Күп йыллыҡ хеҙмәтемде баһалағандары өсөн рәхмәтлемен, - тине Ырыҫбикә Аллағолова.
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас