МИЛЛИ ПРОЕКТ
21 Май 2022, 05:55

Хәйбулла районында мебель һәм кондитер изделиелары етештерергә ниәтләйҙәр

    

Хәйбулла районында мебель һәм кондитер изделиелары етештерергә ниәтләйҙәрХәйбулла районында мебель һәм кондитер изделиелары етештерергә ниәтләйҙәр
Хәйбулла районында мебель һәм кондитер изделиелары етештерергә ниәтләйҙәр

Район хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының сираттағы ултырышы үтте. Сарала ҡатнашыусылар иғтибарына ике проект тәҡдим ителде.

Евгений Козелков Аҡъяр ауылында лофт стилендә мебель етештереү менән шөғөлләнергә планлаштыра. Бөгөнгө көндә ул йорт йыһаздарын үҙенең шәхси ихатаһында яһай. Үҙ эшен киңәйтеү һәм уға үҫеш биреү өсөн Евгенийға дәүләт ярҙамы кәрәк. Ул күрһәткән дәүләт ярҙамы сараһы - шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген булдырыуға һәм үҫтереүгә субсидия алыу.

Киләһе проекттың инициаторы – Айгөл Фоменко. Уның планында Хәйбулла районында дөйөм туҡланыу өлкәһендә һәм кондитерлыҡ эшмәкәрлегендә  ғаилә бизнесын  асыу һәм үҙ продукцияһын район биләмәһендә һәм күрше төбәктәрҙә һатыуға сығарыу. Шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген булдырыуға һәм уны артабан үҫтереү өсөн ҡорамал һатып алыуға финанс ярҙамы кәрәк.

Инвестиция проекттары буйынса эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

фото:Хәйбулла районы хакимиәте

Хәйбулла районында мебель һәм кондитер изделиелары етештерергә ниәтләйҙәр
Хәйбулла районында мебель һәм кондитер изделиелары етештерергә ниәтләйҙәр
Хәйбулла районында мебель һәм кондитер изделиелары етештерергә ниәтләйҙәр
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас