

2023 йылда йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә онлайн-тауыш биреү 30 майҙа тамамлана.
Ошо айҡанлы муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәхифәһендә хәйбуллаларға өндәште.
“Хәйбулла районында ике проект тауыш биреү өсөн тәҡдим ителде. Күптәр Аҡъярҙа Ял һәм мәҙәниәт паркы территорияһын төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә. Бында ял зонаһын, спорт һәм балалар майҙансығын төҙөкләндерергә, яңы ҡойма, бәләкәй архитектура формаларын, видеокүҙәтеү системаһын ҡуйырға һәм территорияны яҡтыртырға планлаштырабыҙ.
Әйҙәгеҙ, әүҙем һәм дәррәү тауыш биреүҙә ҡатнашайыҡ! Проекттың тормошҡа ашыуы һәр беребеҙҙең тауышына бәйле. Әле был проект өсөн 300-ҙән ашыу кеше тауыш биргән, был бик аҙ. Тағы ла 15 тапҡырға күберәк тауыш талап ителә. Һеҙҙең әүҙемлекте көтәбеҙ! Бергәләп проектты тормошҡа ашырһаҡ, тыуған районыбыҙҙы күркәм һәм йәмле итеүҙә һәр кемдең тос өлөшө буласаҡ.
Тауыш биреү өсөн https://2.gorodsreda.ru һылтанмаһы аша үтеп, Хәйбулла районын һайлап, тауыш бирергә генә кәрәк!”,--тип яҙа Рөстәм Динислам улы.
Әйҙәгеҙ, Хәйбуллалар, әүҙем булайыҡ!