

Мөһим осорға әҙерлек
Яҙ айы аграрийҙар өсөн сәсеүгә әҙерлек ваҡыты. Аграрийҙар өсөн мөһим осорҙан Аҡъяр тау колледжы да ситтә ҡалмай. Бында уҡыу йортоноң техника паркын яҙғы-баҫыу эштәренә әҙерләү тулы ҡеүәттә бара. Буласаҡ тракторсы-машинистар колледж мастерҙары етәкселегендә уҡыу практикаһы сиктәрендә тракторҙар һәм йөк автомобилдәрен ремонтлайҙар.