МИЛЛИ ПРОЕКТ
9 Апрель 2022, 17:51

Район туристарҙы йәлеп итерлек булырға тейеш!

Аҡъяр ауылының “Балта” коворкинг-үҙәгендә Хәйбулла районында туризмды үҫтереү буйынса кәңәшмә үтте

Район туристарҙы йәлеп итерлек булырға тейеш!Район туристарҙы йәлеп итерлек булырға тейеш!
Район туристарҙы йәлеп итерлек булырға тейеш!

Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Н.Р.Байғусҡаров үҙ сығышында районда туризмды үҫтереүҙең әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Район хакимиәтенең иҡтисад һәм инвестиция эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы В.С.Шәйәхмәтов  туризм өлкәһен үҫтереүҙә муниципаль һәм республика ярҙам саралары, мәғлүмәт-консультация үҙәге белгесе И.И.Атанов  2022 йылда “Агротуризм” программаһы шарттары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Мәшғүллек үҙәге начальнигы В.В.Килдебаева  халыҡты эш менән тәьмин итеү программалары тураһында тулы аңлатма бирҙе. Туризм өлкәһендә эшмәкәрлекте башҡарыуға граждандарға һәм юридик шәхестәргә  ер участкаларын ҡуртымға биреү үҙенсәлектәре тураһында Г.А.Ҡырымғужина бәйән итте.

Кәңәшмәгә йомғаҡ яһап,  унда ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуаптар бирелде.

https://agriculture.bashkortostan.ru/

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас