МИЛЛИ ПРОЕКТ
21 Март 2022, 07:15

Хәйбуллалар яңы проекттар тәҡдим итте

   

Хәйбуллалар яңы проекттар тәҡдим иттеХәйбуллалар яңы проекттар тәҡдим итте
Хәйбуллалар яңы проекттар тәҡдим итте

Район хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының сираттағы ултырышы үтте. Сарала ҡатнашыусылар иғтибарына өс проект тәҡдим ителде.

Светлана Ҡужина Степной ауылында сәскә үҫтереү эше менән шөғөлләнергә ниәтләй. Бөгөнгө көндә шәхси ярҙамсы хужалығында уның баҡсаһы, теплицаһы, ҡыуаҡлыҡтары, емеш-еләк ағастары һәм сәскәләре бар. Ул күрһәткән дәүләт ярҙамы сараһы - шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген булдырыуға һәм үҫтереүгә субсидия алыу.

Киләһе проекттың инициаторы - Варис Бикбов, уның планында Хәйбулла районында сүп-сарҙы сорттарға айырыу пунктын асыу. Проекттың маҡсаты - сүп-сарҙы сорттарға айырыу пункты өсөн ҡорамалдар һатып алыуға бәйле инвестициялар йәлеп итеү.

Өсөнсө проектты Зөлфиә Ҡоҙайәрова тәҡдим итте, ул "Монолит" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеген тергеҙергә ниәтләй. Проекттың маҡсаты - ҡорамал һатып алыуға бәйле инвестициялар йәлеп итеү. Эшҡыуар әйтеүенсә, инвестициялар Хәйбулла районы биләмәһендә эш урындары булдырыуға булышлыҡ итәсәк.

Бөтә өс инвестиция проекты буйынса эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

фото:Хәйбулла районы хакимиәте

Хәйбуллалар яңы проекттар тәҡдим итте
Хәйбуллалар яңы проекттар тәҡдим итте
Хәйбуллалар яңы проекттар тәҡдим итте
Автор:
Читайте нас