МИЛЛИ ПРОЕКТ
13 Март 2022, 05:38

Интернетҡа тағы 130 ауыл тоташтырыласаҡ

2022 – 2023 йылдарға план – мәктәптәрҙә юғары технологиялы инфраструктураны үҫтереүҙе дауам итеү. Был маҡсатҡа республикаға 1,4 миллиард һум субсидия бүленә.

Интернетҡа тағы 130 ауыл тоташтырыласаҡИнтернетҡа тағы 130 ауыл тоташтырыласаҡ
Интернетҡа тағы 130 ауыл тоташтырыласаҡ

Быйыл Башҡортостандың тағы ла 130 ауылы Интернет селтәренә тоташтырыласаҡ. Был күрһәткес ил буйынса иң юғарыһы тип баһалана.

Торлаҡ пункттарҙы халыҡ үҙе “Дәүләт хеҙмәте” порталында асыҡ тауыш биреү ысулы менән һайланы. Республиканан йәмғеһе 16 мең тауыш йыйылған Стәрлебаш районының Өсөгән-Әсән, Ямғырлы, Стәрлетамаҡтың Айыусы, Краснокаманың Карякин ауылдары халҡы айырыуса әүҙемлек күрһәткән. Нуримандан был программаға дүрт ауыл үткән.

Башҡортостандың дәүләт идаралығы һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин билдәләүенсә, 2021 йылдың сентябренә тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса республиканың бөтә мәктәптәре юғары тиҙлекле интернетҡа һәм Берҙәм мәғлүмәт тапшырыу үҙәгенә тоташтырылған. Быйылдан бөтә мәктәптәр өсөн трафик федераль ҡаҙна иҫәбенә түләнә башлаған. 2022 – 2023 йылдарға план – мәктәптәрҙә юғары технологиялы инфраструктураны үҫтереүҙе дауам итеү. Был маҡсатҡа республикаға 1,4 миллиард һум субсидия бүленә.

 

 

Фото: Башҡортостандың Дәүләт идаралығы һанлы үҫеш министрлығы сайты.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Автор:Лилия Нуретдинова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-03-07/internet-a-ta-y-130-auyl-totashtyrylasa-2718155
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас