

14 мартта Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды коммерция булмаған ойошмалар араһында грантҡа ғаризалар ҡабул итә башлай.
Конкурста һигеҙ йүнәлеш буйынса ҡатнашырға мөмкин:
“Фән һәм мәғариф”
“Социаль ярҙам һәм граждандарҙы яҡлау”
“Ғаиләне яҡлау”
“Мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау”
“Тирә-яҡты һаҡлау, уңайлы йәшәү шарттары булдырыу һәм йәнлекте һаҡлау”
“Милләт һәм диндәр араһында килешеү булдырыу”
“Һаулыҡты һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культура һәм спортты пропагандалау”
Конкурстың бюджеты - 90 млн.һум.
Ғаризалар 2022 йылдың 12 апреленә тиклем ошо сайтта ҡабул ителә: https://грантыглавы102.рф/
Шулай уҡ бында конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8 903 311 69 37, 8 967 453 92 72.