

Йәғни хәҙер социаль хеҙмәттәр менән ҡулланыусылар хеҙмәтләндереүсе ойошманы үҙҙәре һайлай ала. Ул дәүләт ҡарамағында ла, шәхси эшҡыуар ҙа булыуы мөмкин.
Кешеләр социаль сертификат менән теләгән урынға мөрәжәғәт итә аласаҡ. Тик хеҙмәтләндереүсе ойошманың дөйөм реестрҙа теркәлеүе һәм талаптарға яуап биреүе шарт. Белгестәр фекеренсә, система бик уңайлы.
Социаль хеҙмәт тәҡдим итеүселәр араһында конкурентлыҡ барлыҡҡа килә, был үҙ сиратында хеҙмәтләндереү сифатын яҡшырта. Сөнки клиенттар иҫәбе күбәйгән һайын, финаслау күләме лә арта. Ә ҡулланыусылар өсөн был – уңайлыҡ. Йәшәгән ереңә яҡын һәм хеҙмәтләндереү сифаты юғары ойошманы һайларға мөмкин. Пилот проект социаль хеҙмәтләндереү, спорт, балалар туризмы кеүек йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.
Пилот проект Социаль хеҙмәтләндереү буйынса дәүләт социаль заказы тураһындағы федераль закон нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Социаль хеҙмәттәр сертификат буйынса башҡарыла. Өфө ҡалаһы Совет районының социаль хеҙмәтләндереү ойошмаһы белгестәре әйтеүенсә, улар өлкән йәштәгеләргә һәм физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә өйҙә ярҙам күрһәт, Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып ала, торлаҡтарын тәртипкә килтерә. Социаль сертификат – һайлау мөмкинлеге, ти улар.
Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/172500-bashkortostanda-so..
Рәмзиә Кәримова.