

Башҡортостан юлдарында 10 ауырлыҡ үлсәүҙе күҙәтеү автоматик пункты даими эксплуатация режимына күсерелә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса 13 ауырлыҡ үлсәүҙе күҙәтеү автоматик пункты ҡуйылған.
Бындай комплекстарҙың төп бурысы – автомобиль юлдарының торошон һаҡлау, хәүефһеҙлек кимәлен күтәреү, юл-транспорт фажиғәләре һанын кәметеү, автомобиль юлдарын эксплуатациялау һәм тотоуға сығымдарҙы ҡыҫҡартыу.
– Маҡсатыбыҙ – юлдарҙы һаҡлау, водителдәргә штраф һалыу түгел. Юл полотноһын һаҡлау тураһында уларҙы тотоусылар һәм ремонтлаусылар ғына түгел, файҙаланыусылар ҙа хәстәрләһен ине, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
Фото – БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.