МИЛЛИ ПРОЕКТ
27 Февраль 2022, 17:11

Үҫмерҙәр өсөн бәйге дауам итә!

“Ныҡ бул” асыҡ медиа-конкурстың икенсе этабы башлана

Үҫмерҙәр өсөн бәйге дауам итә!Үҫмерҙәр өсөн бәйге дауам итә!
Үҫмерҙәр өсөн бәйге дауам итә!

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡортостандың ауыл биләмәләре араһында «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсы сиктәрендә балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса «НЫҠ БУЛ» асыҡ медиа-конкурсын иғлан иткәйне.

Конкурста 10-16 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала, өс номинация буйынса еңеүселәр билдәләнә:

  Социаль ролик;
  Вайн;
  Плакат.

Эштәрҙе үҙаллы, шулай уҡ ижади команда менән эшләргә мөмкин.

Темалар төрлө:
  сәләмәт йәшәү рәүеше - уңышҡа юл;
  спортты, туризмды, әүҙем ялды пропагандалау;
  тәмәке тартыуға, алкоголизмға, хоҡуҡ боҙоуға, ҡомарлы уйындар уйнауға ҡаршы тороу.

Эштәрҙе һәм ғаризаларҙы «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Тамыр» төркөмөнә ебәрергә кәрәк.

Һылтанма: https://vk.com/tamir_telekanal
Беренсе этап 1-нән 25 февралгә тиклем онлайн форматта уҙғарылғайны.
Жюри икенсе этапта ҡатнашыу өсөн һәр номинация буйынса 5-10 эш һайлап алды.

Икенсе этапты Өфөлә офлайн форматта, ағымдағы йылдың мартында үткәреү күҙаллана. Конкурсанттар «Тамыр» телеканалына оҫталыҡ дәрестәренә, интенсив-тренингтарға саҡырыласаҡ. Контент булдырыу өҫтөндә эш башҡарасаҡтар.

Өсөнсө этап ағымдағы йылдың апрель-май айҙарында үтәсәк. Конкурста ҡатнашыусылар үҙаллы конкурс финалы өсөн эштәр башҡарасаҡ.
Июндә Өфөлә финал һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙасаҡ.
Конкурстың тулыраҡ шарттары, ғариза өлгөһө менән пост аҫтындағы һылтанмалар буйынса танышырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас