МИЛЛИ ПРОЕКТ
25 Февраль 2022, 11:33

Тигеҙ юлдан ял итергә!

-

Тигеҙ юлдан ял итергә!Тигеҙ юлдан ял итергә!
Тигеҙ юлдан ял итергә!

Киләһе юл-төҙөлөш миҙгелендә  Башҡортостанда «Хәүефһеҙ һәм юғары сифатлы автомобиль юлдары» проекты дәүләт ярҙамында тәбиғи иҫтәлекле урындарға һәм ял итеү урындарына алып барыусы район һәм муниципаль араларҙа юлдарҙың 40 саҡрымдан күберәк талаптарына ярашлы  итеп, Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында ингән юлдар участоктарын эшләйәсәктәр.  Был маҡсаттарға 620 миллион һумдан артыҡ аҡса ҡаралған.

- Туристик урындарға алып барыусы юлдарҙы ремонтлау һәм  төҙөү  өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Беҙ был юлдарҙы уҙған йыл уҡ норматив хәлгә килтерә башлағайныҡ һәм туҡтарға планлаштырмайбыҙ. Беҙҙең өсөн Башҡортостан  халҡы һәм ҡунаҡтары үҙҙәренә оҡшаған урындарға уңайлы һәм хәүефһеҙ барып етә алыуы мөһим, - ти Башҡортостан  транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Был маршрут район үҙәге халҡы һәм ҡунаҡтары араһында иң популяр, сөнки күп ял базалары, шифаханалар, балалар сәләмәтләндереү лагерҙары урынлашҡан Павловка һыуһаҡлағысына алып бара. Благовещен - Павловка юлында, юл эштәре дөйөм оҙонлоғо 5 километр  булған ике участокта алып барыласаҡ.

Өфө районындағы Уптино ауылы менән "Йоматау" шифаханаһы араһындағы  йөрөү юлын  яңыртасаҡтар. Ремонт объектының оҙонлоғо яҡынса 4 километр тәшкил итәсәк.

Фото:https://yandex.ru/images/search?cbir_id=1725001%2FfPALL_NrGAfTY9b211SHAtb-DT_vOK15vWA-_kMPMwr222OJ6DeyxuAza.jpg

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Автор:
Читайте нас