

Башҡортостан “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты үтәлеше буйынса илдә алдынғы өс төбәк исемлегендә.
Рейтингты Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы әҙерләгән. Милли проект сәнәғәт ойошмаларында һаҡсыл ҡулланыу алымын индереп артыҡ сығымды кәметергә, етештереүҙе арттырырға, эш хаҡын күтәрергә мөмкинлек бирә.
Былтыр республикала 129 ойошма милли проектҡа ҡушылған, 1 миллиард һум аҡса янда ҡалған.