МИЛЛИ ПРОЕКТ
13 Февраль 2022, 15:18

Урмансылар алдында ҙур бурыстар тора

Былтыр тулыландырылған урман майҙаны 106,6 процентҡа артты.

Урмансылар алдында ҙур бурыстар тораУрмансылар алдында ҙур бурыстар тора
Урмансылар алдында ҙур бурыстар тора

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2021 йылғы эшкә йомғаҡ яһау һәм урман хужалығы сараларын планлаштырыу өсөн министрлыҡ ведомство ҡарамағындағы учреждениелар һәм урман участкаларын ҡуртымға алыусылар менән эш кәңәшмәләре уҙғара.

Видеоконференцэлемтә тәртибендә уҙғарылған кәңәшмәләр барышында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға, 2022 йылғы янғын йәһәтенән хәүефле миҙгелгә әҙерлеккә, электрон документтар әҙерләү өсөн мәғлүмәт сервистарын файҙаланыуға, урман ҡануниәтендәге яңы талаптарға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Мәғлүм булыуынса, былтыр Урман хужалығы министрлығы 14916 гектар майҙанда урманды тулыландырыу буйынса ҙур эш башҡарҙы, һөҙөмтәлә тергеҙелгән урман майҙаны 106,6 процентҡа артты. Шул уҡ ваҡытта төбәк өсөн был күрһәткес 98,4 процент күләмендә билдәләнгәйне.

Быйыл иһә төбәк урмансылары алдында кәмендә 14,4 мең гектар майҙанда ағас ултыртыу, урмандың тәбиғи тулыланыуына булышлыҡ итеү бурысы тора.

 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/429218/

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-02-09/urmansylar-aldynda-ur-burystar-tora-2686259
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас