

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә сираттағы проекттар ҡаралды.
Яңы Украинканан ағалы-ҡустылы Түләбаевтар итселек йүнәлешен үҫтерергә ниәтләй. Урал Иҙрис улы 2014 йылдан фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Әле ул туғаны менән итселек йүнәлешендә һыйырҙар һатып алырға теләй.
Түләбаевтар белдереүенсә, был проектты тормошҡа ашырыуға инвестиция һалымдары Яңы Украинкала өҫтәмә эш урындары булдырыу мөмкинлеге бирәсәк.