МИЛЛИ ПРОЕКТ
31 Ғинуар 2022, 05:00

Яңы ҡорамал һатып алмаҡсы

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә был юлы Хәйбулла йүнселе нимә тәҡдим итә?

Яңы ҡорамал һатып алмаҡсыЯңы ҡорамал һатып алмаҡсы
Яңы ҡорамал һатып алмаҡсы

Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә ҙур иғтибар бүленә. Хакимиәттәрҙә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү – быға аныҡ дәлил.

Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматындағы ултырыштары районда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, шулай уҡ "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү" милли проекты сиктәрендә күрһәткестәрҙе үтәүгә йүнәлтелгән. Аҙна һайын Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов етәкселегендә үткәрелә.

Хәйбулла район хакимиәтендә үткән сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ндә ҡатнашыусыларға үҙ проектын Флүрә Сөләймәнова тәҡдим итте. 2021 йылдың октябренән Флүрә Ғәйфулла ҡыҙы үҙмәшғүл булараҡ тырнаҡ сервисы менән шөғөлләнә. Киләсәктә бизнесты киңәйтеү өсөн яңы ҡорамал һатып алырға ниәтләй. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙам кәрәк. Эшҡыуар әйтеүенсә, инвестициялар һалыу был тармаҡта хеҙмәтләндереүҙәр һанын арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Сарала ҡатнашыусыларға эшҡыуарға ярҙам күрһәтеү бурысы йөкмәтелде.

 

 

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 
Автор:Карима Усманова
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас