

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы белдереүенсә, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”, “Повышение производительности труда и поддержка занятости”) ҡатнашыусылар был үҙәктәргә инергә ғариза бирә ала. Был милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған.
“Ошондай майҙансыҡ предприятие эсендә команданы өйрәтеү һәм һөнәрҙәрҙең кооператив стандартын булдырыу өсөн ойошторола, – ти республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. – Ул белгестәрҙе ҡайтанан әҙерләүҙе тиҙләтер һәм уларҙың эшен баһалау мөмкинлеген бирер тип көтәбеҙ”.
Өҫтөнлөклө үҫеш кооператив үҙәгенә ғаризаларҙы яҡлау март айында үткәреләсәк, апрелдә еңеүселәрҙе билдәләү планлаштырыла. Артабан “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектынла ҡатнашҡандарға адреслы ярҙам күрһәтеүҙең йоғонтололоғо артасаҡ, бындай үҙәктәр эшсе кадрҙар етешмәгән бөгөнгө шарттарҙа ҙур һорау менән файҙалана.
Фото: БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы сайтынан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан