

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) маҡсаты – экологик шарттарҙы яҡшыртыу, ил халҡының һаулығына ыңғай йоғонто яһау. Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы балалары ла тап шундай фекерҙә.
Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә уҡыусылар ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырып йыйырға ҡарар иткән. Улар әйтеүенсә, был эш табышлы, сөнки икенсел сеймал тапшырып, мәктәп йәки класс ихтыяжына аҡса йыйырға мөмкин. Эш һөҙөмтәлерәк булһын өсөн, мәҫәлән, макулатура йыйыу өсөн улар пресс уйлап тапҡан.
– Беҙ ҡулайламаны бөтә физика закондары буйынса эшләнек, рычаг системаһын файҙаландыҡ, – ти Мәскәү мәктәбе директоры Илнур Саҙрисламов. – Пресланған икенсел сеймалды бәйләп өйәбеҙ ҙә, үлсәгәндән һуң, ҡабул итеү пунктына тапшырабыҙ.
Сүп-сарҙы айырып йыйыу – Мәскәү халҡы өсөн тәүге тәжрибә түгел: былтыр улар тоннанан ашыу ҡағыҙ тапшырған, ә хәҙер яңы ҡулайлама ярҙамында пластикты һәм полиэтиленды ла преслап йыйырға ниәтләйҙәр.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/425910/
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-01-27/m-sk-balalary-ulaylama-uylap-tap-an-2670636