

Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматындағы ултырыштары районда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, шулай уҡ "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү" милли проекты сиктәрендә күрһәткестәрҙе үтәүгә йүнәлтелгән. Аҙна һайын Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов етәкселегендә үткәрелә.
13 ғинуарҙа "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматында эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының быйылғы йылдағы тәүге ултырышы үтте. "Инвестиция сәғәте"ндә ҡатнашыусыларға үҙ проектын Флүрә Сөләймәнова тәҡдим итте. 2021 йылдың октябренән Флүрә Ғәйфулла ҡыҙы үҙмәшғүл булараҡ тырнаҡ сервисы менән шөғөлләнә. Киләсәктә бизнесты киңәйтеү өсөн яңы ҡорамал һатып алырға ниәтләй. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙам кәрәк. Эшҡыуар әйтеүенсә, инвестициялар һалыу тырнаҡлы хеҙмәтләндереүҙәр һанын арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
фото:Хәйбулла районы хакимиәте.