МИЛЛИ ПРОЕКТ
27 Ғинуар 2022, 17:14

Экспортерҙар ташламалы лизингтан файҙалана ала

"Был, һис шикһеҙ, яҡшы ярҙам буласаҡ".  

Экспортерҙар ташламалы лизингтан файҙалана алаЭкспортерҙар ташламалы лизингтан файҙалана ала
Экспортерҙар ташламалы лизингтан файҙалана ала

Башҡортостандың ауыл хужалығы сәнәғәте комплексы тауарҙарын экспортҡа сығарған һәм ошо йүнәлештә эшләгәндәргә ташламалы лизинг шарттарында ҡорамал алырға мөмкин.

Рәсәй Хөкүмәтенең 1313-сө ҡарары менән раҫланған ярҙам механизмы лизинг компанияларын субсидиялауҙы күҙ уңында тота. Улар үҙ сиратында ауыл хужалығы сәнәғәте комплексы предприятиеларына ҡорамалды бер тапҡыр бирелгән 45 процент ташлама менән һата ала.

Шулай уҡ был ҡарар лизинг алғандарға тауарҙың өлөшөн Рәсәйҙән ситкә сығарыу йөкләмәһен дә күҙ уңында тота. “Росагролизинг” компанияһы, 45 процентҡа тиклемге ташлама ҡаралған лизинг сиктәрендә, буласаҡ һәм ғәмәлдәге экспортерҙарҙан эшкәртеүсе ҡорамалдарға ғаризалар ҡабул итә башланы.

"Экспорт структураһында эшкәртелгән тауарҙың өлөшө артыуын күрәбеҙ, был ыңғай үҫеш йүнәлеше. Сит илдә беҙҙең көнбағыш майына, шәкәргә ихтыяж ҙур. Экспортҡа эшләгәндәр өсөн ташламалы лизингты субсидиялау кеүек ярҙамдың барлыҡҡа килеүе сит илгә үҙ тауарҙарын сығарырға теләгән, әммә тауарҙы тейешле күләмгә һәм сифатҡа еткереү өсөн ҡорамал алырға аҡсаһы етмәгән предприятиеларға, һис шикһеҙ, яҡшы ярҙам буласаҡ", – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Әйткәндәй, әле тауарҙарын экспортҡа сығарған йәки был эште быйыл башларға йыйынған ауыл хужалығы сәнәғәте предприятиелары өсөн “Росагролизинг” үҙенең маркетплейсында 45 процент ташлама менән алырлыҡ 1800-ҙән ашыу тауарын тәҡдим итә. Бынан тыш, компания ауыл хужалығы сәнәғәте комплексы тауарын эшкәртеү ҡорамалдарын һәм техникаһын етештергән яңы тәьмин итеүселәрҙе аккредитацияларға әҙер.

Рәсәй Хөкүмәтенең 1313-сө ҡарары менән раҫланған был саралар Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара экспорт һәм кооперация” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

 

 

 

 

 

Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайты.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-01-26/eksporter-ar-tashlamaly-lizingtan-fay-alana-ala-2669512
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас