

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов социаль селтәрҙә республикала 2022 йылда тормошҡа ашырыласаҡ милли проекттар, үҫеш йүнәлештәре тураһында яҙҙы.
“2022 йыл йылдам рәүештә үҙ көсөнә инә бара. Ғәҙәттәгесә, республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итәбеҙ. Уларға ярашлы, ошо йылдар эсендә иң ҙур сумма – 35 миллиард һум самаһы ҡаралған. Шуның 27 миллиард һумдан ашыуын федераль бюджет бүләсәк.
Милли проекттарҙан нимә көтөргә һуң? Мөһимдәрен билдәгәндә – 44 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты, 85 автомобиль һәм һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн мең берәмек ҡорамал һатып алына. Өфөлә, Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы һәм Дыуан райондарында дүрт поликлиника, шулай уҡ Мәсетле районында бер дауахана, “Затон-Көнсығыш” биҫтәһендә (Өфө) дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлә башлаясаҡ. Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә гимназияларҙы реконструкциялау, Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөү дауам итә. Өфө ҡурсаҡ театрын яңыртыу башлана. Әлбиттә, юл төҙөлөшө буйынса пландар ҙур. Ул – “Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы”, Өфөнән М-5 “Урал” трассаһына “Көнсығыш сығыу юлы”. Шулай уҡ парктарҙы һәм скверҙарҙы төҙөкләндереүгә айырым баҫым яһала.
Яңы проекттар ҙа барлыҡҡа килде – “Рәсәй йәштәре”, “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҙгәртеп ҡороу” һәм “Туристик инфраструктураны үҫтереү”. Уларҙы бойомға ашырыуға әүҙем ҡушылыу мөһим.
Бөгөн республика Хөкүмәте ултырышында милли проекттарға ҡағылышлы тәү сираттағы бурыстар хаҡында һөйләнем. Һөҙөмтәләр буйынса тейешле күрһәтмәләр бирелде. Бөтә йүнәлештәр буйынса көсөргәнешле һәм ентекле эшләүҙе дауам итәбеҙ.
Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итәбеҙ, граждандарыбыҙҙың йәшәү сифатын күтәрәбеҙ!”, - тип яҙҙы Илшат Азамат улы.
Сығанаҡ һәм фото: facebook.com