МИЛЛИ ПРОЕКТ
27 Ғинуар 2022, 17:06

Балаларға сәнғәткә яҡынайыу мөмкинлеге арта

"Мәҙәниәт" милли проектының балалар сәнғәте өлкәһенә ыңғай тәьҫире баһалап бөткөһөҙ.

Балаларға сәнғәткә яҡынайыу мөмкинлеге артаБалаларға сәнғәткә яҡынайыу мөмкинлеге арта
Балаларға сәнғәткә яҡынайыу мөмкинлеге арта

Рәсәй Президенты В.В. Путиндың 2018 йылдың 7 майындағы указына ярашлы барлыҡҡа килгән бихисап милли проекттар ил халҡының тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуҙы, ял һәм белем алыу мөмкинлектәрен киңәйтеүҙе, һаулығын нығытыуҙы һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән.
“Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект "Культура") илдең бәләкәй ҡала һәм ҡасабаларында ла мәҙәни тормошто йәнләндереү, төрләндереү, сифатын яҡшыртыу бурыстары һалынған.

Проект тормошҡа ашыра башлағандан алып республикабыҙҙың мәҙәниәт өлкәһе ыңғай үҙгәрештәр кисерҙе: тиҫтәләгән ауыл клубтары яңыртылды, мобиль китапханалар, яңы кинозалдар асылды, мәҙәни усаҡтар булмаған алыҫ ауылдар халҡы автоклубтар менән тәьмин ителде, виртуаль концерт залдары барлыҡҡа килде һәм башҡа матур ғәмәлдәргә нигеҙ һалынды.

Әйтәйек, баш ҡалабыҙ Өфөлә үткән йылда ғына мәҙәниәт һәм сәнғәткә ҡағылышлы 17 меңләп сара үткәрелгән. Уларҙы биш миллиондан ашыу тамашасы ҡараған. Өфөлә 148 мәҙәниәт усағы урынлашҡан, улар төрлө формалағы милек төрөнә ҡарай. Ҡалала "Мәҙәниәт" милли проектына ингән өс проект та - "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр" һәм "Һанлы мәҙәниәт" - уңышлы атҡарыла.

"Мәҙәниәт" милли проектының балалар сәнғәте өлкәһенә лә ыңғай тәьҫире баһалап бөткөһөҙ. Тап ошо проект торған һайын күберәк балаларға күңелдәренә яҡын сәнғәт төрө менән шөғөлләнеү мөмкинлеген киңәйтә, кескәйҙәр алдында яңы офоҡтар аса. Мәҫәлән, үткән йылда "Мәҙәни мөхит" проекты биргән мөмкинлек Өфө балалар филармонияһына капиталь ремонт үткәрергә ярҙам иткән, бында яңы йыһаз, ҡорамалдар һатып алынған.

Быйылға 7-се балалар музыкаль мәктәбен йүнәтеү һәм музыка ҡоралдары менән тәьмин итеү ҡаралған. Баш ҡаланың сәнғәт мәктәптәрендә уҡыусылар һанын арттырыу буйынса ла эш алып барыла.

Затон биҫтәһендә 2020 йылда яңы, заманса сәнғәт мәктәбе төҙөлдө, уға Әҙеһәм Исҡужин исеме бирелде. Был ­– инде үткән быуаттың 70-се йылдарынан алып төҙөлгән беренсе шундай мәктәп.

2018 йылда 8-се балалар музыка мәктәбенә иркен бина бирелгән, ә 2020–2021 йылдарҙа 3-сө һәм 13-сө мәктәптәргә филиалдар асыр өсөн урындар бүленгән.

Бындай мәктәптәрҙә белем алған балалар һаны 950-гә артҡан. 2022–24 йылдарҙа 1-се балалар художество мәктәбенә, 15-се балалар музыка мәктәбенә биналар төҙөү, Кузнецов Затоны, Дим биҫтәләрендә балалар сәнғәт мәктәптәре төҙөү мәсьәләләре ҡарала. Был 1500 яңы урын булдырырға ярҙам итәсәк.

Тап милли проект аша бүленгән аҡсалата ярҙам балалар сәнғәт мәктәптәрен яңы заманса ҡорамалдар, музыка ҡоралдары менән тәьмин итергә булышлыҡ ҡыла. Мәҫәлән, туғыҙ музыкаль мәктәпкә "Николай Рубинштейн" пианиноһы алынған, алты мәктәпкә һуҡма музыка ҡоралдары килтерелгән.

"Пушкин картаһы" проекты ла дауам ителә. Уны йәштәрҙең 97 проценты алған да инде.

2017 йылда Өфө ҡалаһы тарихының интерактив музейы асылыуын күптәр онотмағандыр. 2021-ҙә уның эсенә Геология музейы индерелде, был яңы экспозициялар төҙөргә, килеүселәр һанын арттырырға булышлыҡ итә.

Планлаштырылған эштәр араһында – Ҡала мәҙәниәт һарайына капиталь ремонт эшләү, элекке "Победа" кинотеатрына ла ремонт үткәреп, унда Калинин районының мәҙәниәт учреждениеһын булдырыу.

2022 йыл Рәсәй Президенты указы менән Мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителде. Быға ярашлы, халыҡ сәнғәтен, ил халыҡтары мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә арналған бик күп матур саралар планлаштырыла. Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек тә күп төрлө мәҙәни сараларға булышлыҡ ҡыласаҡ.

Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин башланғысы менән барлыҡҡа килгән "Мәҙәниәт" милли проекты был өлкәләге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә генә түгел, заманса талаптарға яуап бирергә, халыҡты, айырып әйткәндә, йәш быуынды сәнғәт донъяһына ылыҡтырырға ярҙам итә.

 

 

 

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: df-ufa.bash.muzkult.ru/about

Автор:Равиля Гатауллина
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-01-27/balalar-a-s-n-tk-ya-ynayyu-m-mkinlege-arta-2669520
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас