

Башҡортостан Финанс министрлығынан белдереүҙәренсә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында, кредит биреү тергеҙелә. Был бигерәк тә коронавирус пандемияһына бәйле эшен туҡтатырға йәиһә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын кәметергә дусар булғандарға ҡағыла.
"Был ҡарар эшҡыуарҙарға, хеҙмәткәрҙәр һанын һаҡлап ҡалыуға һәм пандемияға бәйле тышҡы факторҙарға ҡарамай, үҙ бизнесын үҫтереүгә ярҙам итәсәк", - ти Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова.
Рәсәй банкы был йүнәлештәге кредиттарҙы ағымдағы йылдың 31 мартына тиклем бирәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте ил банктарында алырға мөмкин.
Был эштәрҙең барыһы ла Президент Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ярашлы тормошҡа ашырыла.
Ярҙам комплексы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының финанс хәлен яҡшыртыу, ауылда өҫтәмә эш урындары булдырыу, етештереү мөмкинлектәрен көсәйтеү, ауыл хужалығы продукцияһын һатыуҙы арттырыу сараларынан тора.
Фото һәм сығанаҡ Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан