МИЛЛИ ПРОЕКТ
23 Ғинуар 2022, 13:12

Һеҙ был хаҡта беләһегеҙме?

Һеҙҙең өсөн башҡалар ҙа ҡул ҡуя ала. Түбәндәге яҙмала – тап ошо хаҡта.

Һеҙ был хаҡта беләһегеҙме?Һеҙ был хаҡта беләһегеҙме?
Һеҙ был хаҡта беләһегеҙме?

Башҡортостан өлөшсөләре күсемһеҙ милеккә хоҡуғын ябайлаштырылған схема буйынса рәсмиләштерә ала. 2022 йылдан торлаҡ һәм коммерция күсемһеҙ милеген һатып алған өлөшсөләр документтарҙы электрон төрҙә рәсмиләштереүгә бирә ала, тип хәбәр итә “Росреестр”. Быға 2021 йылдың 30 декабрендә ил Президенты ҡул ҡуйған яңы федераль закон булышлыҡ итә.

 – Хәҙер өлөшсөгә өлөшләтә төҙөлөш объектына милек хоҡуғын теркәү өсөн күп функциялы үҙәккә үҙаллы мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Уның өсөн барыһын да төҙөүсе атҡарасаҡ. Быйыл республика төҙөүселәре документтарҙы электрон рәүештә тулыһынса тапшырыуға күсер тип иҫәпләйбеҙ, сөнки яңы закон был процесты күпкә ябайлаштырҙы. Әгәр быға тиклем өлөшсөгә документтарҙы тапшырыу өсөн квалификациялы электрон-һанлы ҡултамғаға эйә булыу мотлаҡ булһа, хәҙер ул кәрәкмәй. Объектты ҡабул итеү һәм тапшырыу актына ҡағыҙ вариантта ҡул ҡуйыла, төҙөүсе документты скан аша үткәрә, үҙенең электрон ҡултамғаһын ҡуя һәм “Росреестр”ға ебәрә. Документтарҙы электрон төрҙә теркәү ваҡыты ике-өс эш көнө тәшкил итә, - тип белдерҙе “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы рәйесе урынбаҫары Марина Мартынова.

Ул шулай уҡ документтың электрон төрөнөң, ҡағыҙ варианты кеүек үк, юридик көскә эйә булыуын белдерҙе. Законға ярашлы, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡандарҙан документтарҙы электрон формала ебәргән өсөн аҡса алынмай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдан төҙөүселәр өлөшсөләр хоҡуҡтарын теркәү хоҡуғы менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлегенә эйә булды. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

 

 

Фото: detkam.su

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-01-20/e-byl-ha-ta-bel-ege-me-2662367

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас