МИЛЛИ ПРОЕКТ
22 Ғинуар 2022, 06:33

Йүнселдәр баһа бирҙе

Ошондай сара ярҙамында эшҡыуарҙарҙы борсоған проблемаларҙы асыҡланылар.

Йүнселдәр баһа бирҙеЙүнселдәр баһа бирҙе
Йүнселдәр баһа бирҙе

Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил аппараты, республикала эшҡыуарҙар хоҡуғының һәм законлы мәнфәғәттәренең үтәлеше тураһындағы йыллыҡ докладты әҙерләү сиктәрендә, бизнес вәкилдәре араһында социологик һораулама үткәрҙе. Тикшереүҙең төп маҡсаты – төбәктә бизнестың үҫеш факторҙарын һәм административ кәртәләрҙе комплекслы баһалау ине.

– Ошондай сара ярҙамында беҙ республика эшҡыуарҙарын борсоған проблемалар, уларҙың эшмәкәрлегендәге ҡаршылыҡтар, үҫешкә ҡамасаулаған етешһеҙлектәрҙе асыҡланыҡ. Шулай уҡ ниндәй өлкәләрҙә дәүләт йоғонтоһон көсәйтеү, ә ҡайһы өлкәләрҙә, киреһенсә, баҫымды кәметеү зарурлығын билдәләнек, – тине вәкил Флүр Әсәҙуллин.

Социологик тикшереүҙә республиканың төрлө муниципалитеттарынан меңгә яҡын эшҡыуар ҡатнашты. Эшҡыуарлыҡ субъекттарын иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса бүлеүгә анализ күрһәтеүенсә, бәләкәй һәм урта бизнес башлыса сауҙа, көнкүреш хеҙмәттәре, белем биреү эшмәкәрлеге, эшкәртеүсе производстволар, йәмәғәт туҡланыуы, ауыл һәм урман хужалығы, төҙөлөш һәм төҙөлөш материалдары тармаҡтарында тупланған булып сыҡты.

Былтыр йүнселдәр өсөн төп ауырлыҡ, күпселек респонденттарҙың фекеренсә (респонденттарҙың 54 проценты), һатып алыу хаҡтарының артыуы булған. Икенсе урында – сикләүҙәрҙең тотороҡһоҙлоғо (30 процент ошондай фекерҙә). Респонденттарҙың шулай уҡ 30 проценты ихтыяж булмауҙы етди проблема тип атаған. Йүнселдәр мөһим мәсьәләләр иҫбенә йәнә улар эш иткән норматив-хоҡуҡи киңлектең даими үҙгәртеп ҡоролоуын да индергән. Ҡағиҙә булараҡ, бындай хәл-шарттар эшҡыуарлыҡ субъекттарының етештереүгә бәйле булмаған сығымдарының артыуына килтерә.

Тикшереү һөҙөмтәһендә бизнес-берләшмәнең урындағы үҙидара органдары менән әүҙем эшләүе асыҡланған. Йүнселдәрҙең 75 проценты тиерлек бизнес-шериф институтының барлығын белә, уның менән үҙ-ара килешеп эш итә. Эшҡыуарҙар муниципалитет хакимиәтенең асыҡ позицияһын билдәләй, властың үҙҙәре менән аралашыуын, тәҡдимдәр индереүен билдәләй.

 

 

 

 

Фото: upp.bashkortostan.ru/presscenter/news/424882/

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-01-21/y-nseld-r-ba-a-bir-e-2663773
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас