МИЛЛИ ПРОЕКТ
22 Ғинуар 2022, 05:45

Башҡортостан тәжрибәһе төбәктәргә таратыла

Былтыр медицина ойошмалары өсөн 76 автомобиль транспорты алынды

Башҡортостан тәжрибәһе төбәктәргә таратылаБашҡортостан тәжрибәһе төбәктәргә таратыла
Башҡортостан тәжрибәһе төбәктәргә таратыла

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) буйынса ил төбәктәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Һүҙ Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы эшмәкәрлегенә лә ҡағылды һәм уның эш тәжрибәһен башҡа төбәктәр уртаҡлашыуы тураһында ла барҙы.

Рәсәй төбәктәрендә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы 2021 йылдың 1 ғинуарынан башланды. Уға ярашлы, өҫтәмә медицина объекттарын файҙаланыуға тапшырыу, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу, транспорт саралары менән тәьмин итеү ҡарала. Ошо программа буйынса Башҡортостанда былтыр 73 модулле ФАП урынлаштырылды, райондарҙа һигеҙ капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Шулай уҡ 22 медицина ойошмаһында капиталь ремонт эштәре башҡарылды. Үткән йылда медицина ойошмалары өсөн 76 берәмек автомобиль транспорты алынды.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, онкология диспансеры, төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәре 43 берәмек яңы ҡорамал алды.  Республика дауаханалары нигеҙендә амбулатор ярҙамы күрһәтеүсе дүрт онкология үҙәге эшләй башланы. Медицина ойошмалары даими рәүештә флюорографтар, өҫтәмә кислород нөктәләре, маммографтар, ультратауыш аппараттары менән йыһазландырыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 

 

 

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-01-21/bash-ortostan-t-zhrib-e-t-b-kt-rg-taratyla-2662439
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас